+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 14:35

Башҡортостан мираҫы буйынса мауыҡтырғыс өҫтәл уйыны әҙерләнде

«Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивале сиктәрендә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты «Күсмә башҡорттары мираҫы» өҫтәл уйынын тәҡдим итте. Уйын майҙансығы буйлап хәрәкәт иткәндә уйында ҡатнашыусылар республикабыҙ өсөн әһәмиәтле иҫтәлекле урындар, «Урал батыр» башҡорт эпосы менән танышасаҡ һәм тирмә ҡора аласаҡ.

Башҡортостан мираҫы буйынса мауыҡтырғыс өҫтәл уйыны әҙерләнде
Башҡортостан мираҫы буйынса мауыҡтырғыс өҫтәл уйыны әҙерләнде

Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивале дауам итә. Форумда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнаша. Сараның маҡсаты -  балалар өсөн хәүефһеҙ тауарҙар булдырыу, үҙебеҙҙә уйынсыҡ етештереүҙе яйға һалыу.

«Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйындары фестивале сиктәрендә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты «Күсмә башҡорттары мираҫы» өҫтәл уйынын тәҡдим итте, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль 14-17 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Совет майҙанында үтә. Уйын майҙансығы буйлап хәрәкәт иткәндә уйында ҡатнашыусылар республикабыҙ өсөн әһәмиәтле иҫтәлекле урындар, «Урал батыр» башҡорт эпосы менән танышасаҡ һәм тирмә ҡора аласаҡ. Уйынсылар Өфө, «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктары, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Стәрлетамаҡ һәм Башҡортостандың башҡа хозур урындары тураһында күберәк мәғлүмәт туплай ала. Сюжетҡа ЮНЕСКО проекттары һәм программалары менән бәйле урындар, мәҫәлән, шихандар, ЮНЕСКО-ның биосфера резервтарының бер өлөшө булған тәбиғәт парктары, тарихи объекттар ингән. Төп персонаждар булып «Урал батыр» эпосы геройҙары сығыш яһай, ә ваҡиғалар традицион башҡорт колоритында сағылыш таба: тирмәләр, аттар һәм хатта зубрҙар бар, улар беҙҙең биләмәлә 12-15 мең йыл элек йәшәгән.

"Хәҙер өҫтәл уйындары балалар һәм өлкәндәр араһында бик таралған. Фәһемле һәм күңелле уйындар кешеләрҙе берләштерә, туғандары һәм яҡындары менән бергә ҡыҙыҡлы итеп ваҡыт үткәрергә мөмкинлек бирә. «Күсмә башҡорттары мираҫы» өҫтәл уйыны тыуған Башҡортостаныбыҙ тураһында һәм уның республикабыҙҙың бай мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын танытыуға ҙур өлөш индереренә ышанабыҙ", –  тине Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина.

Фото: "Башинформ"дан

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: