+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 13:49

Башҡорт дәүләт филармонияһында – яңы етәксе

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына директор вазифаһын башҡарыусы итеп Алмаз Сәйетов тәғәйенләнде.

Башҡорт дәүләт филармонияһында – яңы етәксе
Башҡорт дәүләт филармонияһында – яңы етәксе

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына директор вазифаһын башҡарыусы итеп Башҡортостан Мәҙәниәт министрының элекке урынбаҫары Алмаз Сәйетов тәғәйенләнде.

Алмаз Рәсих Улы Сәйетов – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1966 йылда Башҡортостандың Илеш районында тыуған, 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлаған.  Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алған. Тәжрибәле етәксе быға тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрын, «Башҡортостан» дәүләт концерт залын, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен етәкләй. 2022 йылдың авгусынан Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын алып бара, ул профессиональ сәнғәт үҫеше өсөн яуаплы була.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: