+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 13:27

Ауыл хужалығы йәрминкәләре башланды

15-17 сентябрҙә республиканың 31 ҡалаһы һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.

Ауыл хужалығы йәрминкәләре башланды
Ауыл хужалығы йәрминкәләре башланды

15-17 сентябрҙә республиканың 31 ҡалаһы һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола, унда урындағы йәшелсә-емеш, бал, ит кеүек сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин. Был хаҡта Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Был өс көндә үтәсәк йәрминкә сауҙаһы өсөн дөйөм алғанда 45 майҙансыҡ билдәләнгән. Адрестар һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр министрлыҡтың сайтында бар. 2023 йылғы бал йәрминкәләрендә Өфө халҡы 4 тонна бал һәм бал продукцияһы һатып алған. "Йыл һайын Өфөлә миҙгелле йәрминкәләр үткәрелә, унда төрлө ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителә. Быйыл бал йәрминкәләре – 12 августан, ауыл хужалығы йәрминкәләре 2 сентябрҙән башланды», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың ветеринария буйынса дәүләт комитетында.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: