0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
13 Сентябрь 2023, 11:13

Өфөлә – Салауат театры

 Башҡорт дәүләт академия драма театры 28 сентябрҙә Наиль Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән "Ҡыҙҙар килде ауылға" музыкаль комедияһын тәҡдим итә.

Өфөлә – Салауат театры
Өфөлә – Салауат театры

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 28 сентябрҙә Наиль Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән "Ҡыҙҙар килде ауылға" музыкаль комедияһын тәҡдим итә. Режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссамы – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, тамашаға музыканы Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов яҙған. Спектаклдең сюжеты бик мауыҡтырғыс. Ауыл ҡыҙҙары рәхәт, матур тормош артынан ҡалаға китеп бөтә. Егеттәргә өйләнерлек тә бер һылыу юҡ. Хәҙер туйҙар ҙа үтмәй, гармун моңо ла яңғырамай, шат бала-саға тауышы ла ишетелмәй... Ауыл яйлап һүнә. Бер мәл ауылға ҡыҙҙарҙан ғына торған ансамблдең концерт менән килеүе билдәле була, егеттәр һылыуҙарҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа һүҙ ҡуйыша. Тик нисек икән? Зирәк һәм үткер Мәстүрә апай был эшкә тотонһа, бөтәһе лә уң булыр, моғайын да!..

Автор:
Читайте нас: