

Башҡортостанда колледж студенттары өсөн академик стипендия нормативтары раҫланды. Республика хөкүмәтенең «Стипендия фондын булдырыу тураһында» ҡарарына үҙгәрештәр Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, 2023 йылда республика бюджеты иҫәбенә стипендия фондын формалаштырыу өсөн норматив күләме (индексацияны һәм Урал коэффициентын иҫәпкә алып) түбәндәгесә була:
— академик стипендия алған урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн айына 765 һум,
— социаль стипендия алған урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн айына 1148 һум.
2024 йылда ул 796 һәм 1194 һумға тиклем арттырыла.
Күптән түгел Башҡортостанда һәләтле студенттар өсөн стипендия күләменең ике тапҡырға арттырылыуы хаҡында билдәле булғайны.