

Башҡортостан хөкүмәте кәңәшмәһендә Радий Хәбиров 5-6 сентябрҙә Өфөлә ойошторолған «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивален киңәйтергә ҡушты. Башҡортостан Башлығы киләһе йылда тамашасылар өсөн урындарҙы арттырырға һәм өс-дүрт көнлөк фестиваль программаһын әҙерләргә тәҡдим итте.
«Билдәле симфоник оркестрҙарҙы һәм опера йырсыларын саҡырыу өҫтөндә эш башлағыҙ. Беҙ ярҙам итербеҙ. Фестивалде донъялағы иң яҡшы майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелдерегеҙ», - тине республика етәксеһе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға.
Ике көн дауам иткән сарала Үзбәкстандың, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Ҡарағалпаҡстандың халыҡ артисы Женисбек Пиязов, күренекле кларнетсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың халыҡ артистары Лариса Әхмәтова һәм Эльвира Фәтихова, виолончелдә уйнаусы Антон Павловский сығыш яһаны. Концерт программаһында классик әҫәрҙәр, башҡорт академик музыкаһы, Башҡортостандың халыҡ йырҙары һәм совет композиторҙарының музыкаһы яңғыраны. Заһир Исмәғилевтың, Рим Хәсәновтың һүнмәҫ әҫәрҙәре, Морат Әхмәтовтың Дмитрий Крюков яңыртҡан «Урал батыр» симфоник картинаһы тамашасылар күңеленә айырыуса хуш килде.
«Фестивалгә 20 меңгә яҡын кеше килде. Был сара Совет майҙаны концепцияһын баш ҡаланың мөһим биләмәһенең береһе, Башҡортостан халыҡтарының көсө һәм даны урыны булараҡ үҫтерергә мөмкинлек бирҙе. Фестиваль йыл һайын яңы тамашасылар йәлеп итер, тип ышанабыҙ», - тине Әминә Шафиҡова.