+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Сентября 2023, 05:01

Геологтар Башҡортостанға чемпионатҡа йыйыла

Чемпионат республикабыҙҙың йәмле урындарында - Шишмә районындағы "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында ойошторола.

Геологтар Башҡортостанға чемпионатҡа йыйылаГеологтар Башҡортостанға чемпионатҡа йыйыла
Геологтар Башҡортостанға чемпионатҡа йыйыла

Геологтар Башҡортостанға йыйыла. Беренсе халыҡ-ара геологтар чемпионатының тап беҙҙең республикала уҙыуы - бик маҡтаулы ла, һөйөнөслө лә ваҡиға. "Геоһынау" тип исемләнгән мәртәбәле чемпионат 17 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында башлана. Унда Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙән йәш геологтар һәм ғалимдар ҡатнаша. Бәйге республикабыҙҙың йәмле урындарында - Шишмә районындағы "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында ойошторола. Унда 11 төр ярыш булыуы көтөлә. Бәйгеселәр палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тота, үҙ проекттарын яҡлай. Йәш геологтарҙы илдең абруйлы ғалимдары һәм эксперттар баһалай. Сара 22 сентябргә тиклем планлаштырылған. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда геологтарҙы ике юғары уҡыу йорто - ӨДНТУ һәм ӨФТУ, шулай уҡ Октябрьский нефть колледжы әҙерләй. Атап әйткәндә, Өфө фән һәм технологиялар университетында белгестәрҙе геология, геоэкология һәм гидрометеорология кафедраһында әҙерләйҙәр. Шулай уҡ был йүнәлеш буйынса геофизика кафедраһы эшләй.

Фото: "Башинформ"дан.

 
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас