+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Сентябрь 2023, 07:03

Шахматсы Самира Ишкинина Рәсәй кубогы этабында еңеү яуланы

Салауат ҡалаһынан йәш шахматсыбыҙ 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогы этабында ваҡытынан алда еңеү яуланы. 

Шахматсы Самира Ишкинина Рәсәй кубогы этабында еңеү яуланыШахматсы Самира Ишкинина Рәсәй кубогы этабында еңеү яуланы
Шахматсы Самира Ишкинина Рәсәй кубогы этабында еңеү яуланы

Салауат ҡалаһынан йәш шахматсы Самира Ишкинина 11 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй кубогы этабында ваҡытынан алда еңеү яуланы. Ярыш 1-9 сентябрҙә Анапала уҙҙы.

Ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Самира Мәскәү, Краснодар крайы һәм Һарытау өлкәһе спортсылары менән көс һынашты. Беҙҙең йәш шахматсы бөтә партияларҙы ла уңышлы уйнап, этап тамамланырҙан бер турға алда еңеү яуланы, шул рәүешле ул декабрҙә Ярославлдә үтәсәк Рәсәй кубогы финалына ҙур аҙым яһаны.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-09-11/yunaya-shahmatistka-iz-bashkirii-samira-ishkinina-oderzhala-dosrochnuyu-pobedu-na-etape-kubka-rossii-3430157

Автор:
Читайте нас