+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Сентябрь 2023, 04:52

Башҡортостанда Греция университеты студенты һайлауҙа ҡатнашты

Малаяҙҙа 21 йәшлек студент Ричард Пирбабаев тауыш бирҙе.

Башҡортостанда Греция университеты студенты һайлауҙа ҡатнаштыБашҡортостанда Греция университеты студенты һайлауҙа ҡатнашты
Башҡортостанда Греция университеты студенты һайлауҙа ҡатнашты

Малаяҙҙа 21 йәшлек студент Ричард Пирбабаев тауыш бирҙе. Ул Грецияның Салоники ҡалаһындағы Аристотель университетында уҡый. «Салауат ерендә» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Ричард 4-се курсҡа күскән, әммә һайлауҙа ҡатнашыу өсөн махсус рәүештә өйҙә ҡалған.

«Тауыш биреүҙә ҡатнашыу - минең гражданлыҡ бурысым, - тип билдәләне ул. - Сит ерҙә тыуған илеңде нығыраҡ һағынаһың, уға файҙа килтерергә теләйһең, бәйләнеште өҙмәҫкә һәм уның ижтимағи тормошогнда ҡатнашырға тырышаһың».
Автор:
Читайте нас