+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Сентябрь 2023, 07:07

Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бара

Башҡортостанда, бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса, «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ – лидерҙар иҫәбендә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бараБашҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бара
Башҡортостанда бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» алда бара

Башҡортостанда, бюллетендәрҙең 76% эшкәртеү йомғаҡтары буйынса, «Берҙәм Рәсәй» һәм КПРФ – лидерҙар иҫәбендә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Яҡынса йомғаҡтар буйынса, «Берҙәм Рәсәй» партияһы 69,92% тауыш йыйған. Уның өсөн 753,5 меңдән ашыу һайлаусы тауыш биргән.

КПРФ өсөн – яҡынса 122,2 мең кеше (11,34% тауыш).

ЛДПР өсөнсө урында – 79 меңдән ашыу һайлаусы (7,33% тауыш).

«Ғәҙел Рәсәй – Хәҡиҡәт өсөн» партияһы вәкилдәре өсөн 76,3 мең самаһы кеше тауыш биргән (7,08% тауыш).

«Яңы кешеләр» партияһы әле биш процентлыҡ сиккә барып етмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 37,2 меңдән ашыу һайлаусы ошо партияны һайлаған (3,46% тауыш).

 10 сентябрҙә Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға биш йылға 110 депутат һайланыуын билдәләп үтәбеҙ. Бынан тыш, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге советына, Шишмә һәм Приют ҡасаба советтарына һайлау, шулай уҡ республиканың 772 ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау уҙҙы.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас