+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Сентября 2023, 07:38

Аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы була

 Башҡортостанда яңы аҙна ямғыр менән башлана, көндәр бер аҙ йылыта. Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, бөгөн, 11 сентябрҙә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә, ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндөҙ һауа +11, +16 градусҡаса йылына.

Аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы булаАҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы була
Аҙна башында көндәр ямғырлы һәм йылы була

Башҡортостанда яңы аҙна ямғыр менән башлана, көндәр бер аҙ йылыта. Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, бөгөн, 11 сентябрҙә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә, ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Көндөҙ һауа +11, +16 градусҡаса йылына.

Шишәмбе, 12 сентябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй, шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, ел төньяҡ-көнсығыштан. Төндә  +4, +9, көндөҙ +13, +19 градус йылы.

Шаршамбы, 13 сентябрҙә, йәнә ямғыр яуа. Ел төндә төньяҡтан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Төндә  +3, +8, көндөҙ +14, +19 градус буласаҡ.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас