+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентябрь 2023, 10:39

Яңы парламентта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

"Һайлауҙар-2023" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә  партия вәкилдәре, политологтар, белгестәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында брифингтар дауам итә.

Яңы парламентта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?Яңы парламентта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Яңы парламентта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

  "Һайлауҙар-2023" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә  партия вәкилдәре, политологтар, белгестәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында брифингтар дауам итә. 

Иҡтисад фәндәре докторы, доцент Азат Вәзир улы Йәнгиров һайлау барышы һәм яңы парламентта көтөләсәк яңы үҙгәрштәр хаҡында әйтеп үтте. “Башҡортостанда республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яңы составы 50 процентҡа үҙгәрәсәк. Партиялар һаны ла артасаҡ. 110 урынға 900 кандидат дәғүә итә – был үҙенә күрә етди конкурс. Шулай уҡ сәйәсәткә йәштәрҙең килеүе һөйөндөрә. Иң йәш кандидатҡа бары 23 кенә йәш. Әлбиттә, илебеҙҙең үҫешендә уларҙың идеялары, тормошҡа ҡарашы мөһим. Бөгөнгө көндә парламенттың төп маҡсаты – халыҡҡа асыҡ булыу. Йәғни закондарҙы ҡабул итер алдынан халыҡ был хаҡта аныҡ белергә тейеш. Яңы парламент халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуҙы, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙы төп бурысы итеп ала. Электән һайлау халҡыбыҙҙа байрам кеүек кеүек ҡабул ителә торғайны, бөгөн дә һайлауҙар тыныс бара, байрам кәйефе һаҡлана”, – тип билдәләне Азат Вәзир улы.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас