+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентябрь 2023, 11:53

Ғәҙел Рәсәй, “Тыуған ил” (“Родина”) партияларының һайлау алды штабы вәкилдәре сығыш яһаны

Был юлы ауыл-райондарҙа кешеләрҙең айырыуса әүҙем булыуын билдәләне улар.

Ғәҙел Рәсәй, “Тыуған ил” (“Родина”) партияларының һайлау алды штабы вәкилдәре сығыш яһаныҒәҙел Рәсәй, “Тыуған ил” (“Родина”) партияларының һайлау алды штабы вәкилдәре сығыш яһаны
Ғәҙел Рәсәй, “Тыуған ил” (“Родина”) партияларының һайлау алды штабы вәкилдәре сығыш яһаны

 Төрлө партия вәкилдәре, политологтар, белгестәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында "Һайлауҙар-2023" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә брифингтар  дауам итә. Һәр партия вәкиле үҙ фекерен белдереп ҡалырға тырыша.  Ғәҙел Рәсәй, “Тыуған ил” (“Родина”) партияларының һайлау алды штабы вәкилдәренең сығыштары ла һайлауҙарҙың законға ярашлы ғәҙел үтеүен билдәләне. Ғәҙел Рәсәй партияһының һайлау алды штабы вәкиле Владимир Нагорный,  “Тыуған ил” (“Родина”) партияһынан Михаил Коровин үҙ сығыштарында халыҡтың берҙәмлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Һайлауҙар тыныс үтә, беҙҙең фекерҙе комиссия тыңлай һәм шундуҡ иҫәпкә ала, шуға аңлашылмаусанлыҡтар булманы”, – тип белдерҙе сйәсмәндәр. Сәйсәткә бер кем дә битараф була алмай, йыйыштырылмаған урам да, һалымдар ҙа – былар бөтәһе лә сәйәсәттең сағылышы ул, шуға һайлауҙарҙан ситтә ҡалмаҫҡа, киләсәк өсөн тауыш бирергә саҡырҙылар. Был юлы ауыл-райондарҙа кешеләрҙең айырыуса әүҙем булыуын да билдәләп үтте улар.   

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас