

“Һайлау -2023” йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мобилизация әҙерлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге етәксеһе Тимур Екимов һәм Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһы баш табибы Булат Ғарифуллин дауаханаларҙа ятыусыларҙың әлеге һайлауҙа нисек ҡатнашыуы тураһында бәйән итте.
Стационарҙарҙа дауаланыусылар өсөн йәмғеһе ябыҡ типтағы 28 һайлау участкаһы булдырылған. Был эште ойоштороуға бик етди ҡарап, тейешле шарттар тыуҙырғандар. Һайлау комиссиялары менән хеҙмәттәшлек итеп, алдан уҡ исемлектәр төҙөгәндәр. Йөрөй алған ауырыуҙар үҙҙәре участкаға килеп гражданлыҡ бурыстарын үтәй, ә ауыр хәлдәгеләр палаталарҙа тауыш бирә (ундайҙар күберәк). Был көндә эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәре лә дауаханалағы участкала һайлаясаҡ.