+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
10 Сентябрь 2023, 16:07

Башҡортостандағы һайлауҙар башҡа төбәктәрҙәгенән ни менән айырыла?

“Кемдер һайлауҙы  байрам итеп ҡабул итә,икенселәр өсөн ул – гражданлыҡ бурысы, йәштәргә тәүге тапҡыр тауыш биреүе менән үҙенсәлекле. Һәр кем үҙенең тауышы менән республикаһының киләсәгенә йоғонто яһауына ышана”.

Башҡортостандағы һайлауҙар башҡа төбәктәрҙәгенән ни менән айырыла?Башҡортостандағы һайлауҙар башҡа төбәктәрҙәгенән ни менән айырыла?
Башҡортостандағы һайлауҙар башҡа төбәктәрҙәгенән ни менән айырыла?

“Кемдер һайлауҙы  байрам итеп ҡабул итә,икенселәр өсөн ул – гражданлыҡ бурысы, йәштәргә тәүге тапҡыр тауыш биреүе менән үҙенсәлекле. Һәр кем үҙенең тауышы менән республикаһының киләсәгенә йоғонто яһауына ышана”.

"Һайлауҙар-2023" йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар һәм эксперттар сығыш яһауын дауам итә. Сәйәсәт фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Артур Рәмил улы Сөләймәнов, сәйәсәт фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Александр Сергеевич Илекәев, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәрбиә эше һәм йәштәр сәйәсәте буйынса департаменты директоры Вилдан Фазылйән улы Иҫәнгилдин, социология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Андрей Юрьевич Ғәйфуллин сығыш яһаны.  

“Кемдер һайлауҙы  байрам итеп ҡабул итә,икенселәр өсөн ул – гражданлыҡ бурысы, йәштәргә тәүге тапҡыр тауыш биреүе менән үҙенсәлекле. Һәр кем үҙенең тауышы менән республикаһының киләсәгенә йоғонто яһауына ышана.

Башҡа төбәктәр менән сағыштырып ҡараһаҡ, Башҡортостанда һайлауҙарҙың  үҙенсәлеге нимәлә? Беҙҙә һайлауҙар тотороҡло үтә, был йылдан-йыл күҙәтелә. Һайлауҙа  ҡатнашыусылар һаны даими рәүештә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғары килә. Төп үҙенсәлектәр ошо.

Һайлауҙар тыныс бара, көтөлмәгән хәлдәр юҡ, был кандидаттарҙың да, партияларҙың да ыңғайға көйләнеүен күрһәтә.

Муниципалитеттарҙағы һайлауҙарға ҡараш төбәк һәм ил кимәлендәге һайлауҙарға ҡарағанда һүлпәнерәк булыусан. Ә бит уйлап ҡараһаң, улар һайлаусыларға яҡыныраҡ, сөнки уларҙы йөҙгә танып беләләр, кемдәрҙер бер урамда йә күршелә йәшәүе мөмкин. Шуға ла уларҙа яуаплылыҡ көслөрәк. Эшләмәҫкә, халыҡ өсөн мөмкинлектәр булдырмаҫҡа уларҙың хаҡы юҡ. Бына ошондай үҙенсәлек тә бар”, – ти социология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты Андрей Юрьевич Ғәйфуллин.   

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас