

Гөлсинә Әхмәҙиева бер йәшлек кенә ҡыҙы Әҙилә менән махсус ошо сараға тип Шишмә районынан килгән. Бер көн эсендә бәпесенә күлдәк теккән. “Ҡыҙым тамырҙарын белеп үҫһен өсөн бәләкәстән ошондай сараларға йөрөтәм”, – ти ул. Афарин!
Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнөндә Милли музейҙа “Этно стилендәге көн” тип аталған акция үтте.
Милли кейем реконструкторы Гөлнара Вахитова башҡорт биҙәүестәре тураһында һөйләне, дизайнерҙар Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар заманса коллекциялары менән таныштырҙы. Сара милли йыр-моң, бейеү менән үрелеп барҙы. Күргәҙмәлә төрлө биҙәүестәр, ҡул эштәре һатып алыу мөмкинлеге бар. Теләгәндәр дизайнер Сәрүәр Аслаева теккән милли кейемдәрҙе кейеп фотоға төшә ала.