+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентябрь 2023, 11:11

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар фаразлана, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөләҠыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә
Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар фаразлана, тип хәбәр итә республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +16, +21 градус.

8 сентябрҙә йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6,+11, көндөҙ +10,+15 градус.

9 сентябрҙә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11, көндөҙ + 10,+ 15 градус, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында +20 градусҡа тиклем.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас