+30 °С
Болотло


Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, үткән тәүлектә республикала коронавирус 35 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып уны йоҡтороусылар һаны 370 479-ға еткән.
Әле ковид менән сирләүсе 71 яҡташыбыҙ дауаханала ята, уларҙың 50-һе – 60 йәштән олораҡ.
Өйҙәрендә дауаланыусылар – 480, 216-һы – өлкән йәштәгеләр.
Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 362 824, шуларҙың дүртәүһе аҙаҡҡы тәүлектә сәләмәтләнеүгә өлгәшкән, тип билдәләйҙәр министрлыҡта.
Фото: “Башинформ”.