+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Сентябрь 2023, 09:07

«Балтика старты» турнирында Башҡортостан вәкиле еңеүсе булды

Яҡташыбыҙ Әмир Фәхретдинов «Балтика старты»ның иң шәп рапирасыһы исемен яуланы.

«Балтика старты» турнирында Башҡортостан вәкиле еңеүсе булды«Балтика старты» турнирында Башҡортостан вәкиле еңеүсе булды
«Балтика старты» турнирында Башҡортостан вәкиле еңеүсе булды

Башҡортостандан Әмир Фәхретдинов «Балтика старты»ның иң шәп рапирасыһы исемен яуланы, тип хәбәр итте Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.

Выборг ҡалаһында «Балтика старты» Бөтә Рәсәй кадеттар турнирында егеттәр араһында рапира буйынса ярыштар тамамланды.

Ошо турнирҙа ҡатнашҡан 156 спортсы араһынан Башҡортостан вәкиле Әмир Фәхретдинов еңеүсе булды.

Көмөш миҙал - Санкт-Петербургтан Всеволод Мирошниченкола.

Өсөнсө урынды Башҡортостандан Дәүләт Хәйретдинов менән Татарстандан Адель Йосопов бүлеште.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-09-07/amir-fahretdinov-iz-bashkirii-stal-luchshim-rapiristom-baltiyskogo-starta-3423033

Автор:
Читайте нас