+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентябрь 2023, 12:05

Юрий Шатуновҡа һәйкәл асылды

Бөгөн, 6 сентябрҙә, Шатуновҡа 50 йәш тулыр ине.

Юрий Шатуновҡа һәйкәл асылдыЮрий Шатуновҡа һәйкәл асылды
Юрий Шатуновҡа һәйкәл асылды

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең Троекуров зыяратында билдәле йырсы һәм «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатуновҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Был хаҡта «Коммерсантъ» гәзитенең телеграм-каналында хәбәр ителә.

Бөгөн, 6 сентябрҙә, Шатуновҡа 50 йәш тулыр ине.

Ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән «Ласковый май» төркөмөнөң легендар солисы Юрий Шатуновтың тыуыуына 50 йыл тулған көндә, 6 сентябрҙә, Башҡортостанда иҫтәлекле саралар уҙғарыла. Күмертауҙа, артист уҡыған мәктәп-интернатта, мемориаль таҡтаташ асыла.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юрий Шатунов былтыр 23 июнгә ҡарай төндә киң инфаркттан вафат булды. Уға 48 йәш ине.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-06/na-troekurovskom-kladbische-v-moskve-otkryli-pamyatnik-yuriyu-shatunovu-3420719

Автор:
Читайте нас