+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Сентябрь 2023, 10:24

Радий Хәбиров башҡорт телен популярлаштырыу буйынса гранттар конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гранттар конкурсында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

Радий Хәбиров башҡорт телен популярлаштырыу буйынса гранттар конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙыРадий Хәбиров башҡорт телен популярлаштырыу буйынса гранттар конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы
Радий Хәбиров башҡорт телен популярлаштырыу буйынса гранттар конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса гранттар конкурсында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

«Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп иғтибар бүләбеҙ. Был йәһәттән республика халҡы ла мөһим роль уйнай. Беҙ ошондай әүҙем, туған телендә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм ошо һөйөүҙе башҡаларға ла еткереүселәргә ярҙам итергә булдыҡ. 1 сентябрҙә Башҡортостанда физик шәхестәр өсөн гранттар конкурсы старт алды. Унда 18 йәштән өлкән кешеләр ҡатнаша ала. Төп шарт – конкурста ҡатнашыусы проекттарҙың башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуы», – тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙә.

Конкурста төрлө йүнәлештәр (йәштәр медиаһы, IН, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән) буйынса ҡатнашырға мөмкин, тип билдәләне ул. Проектты тормошҡа ашырыуға 200 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин.

Ғаризалар 2023 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт – бында.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас