+30 °С
Болотло


Башҡортостанда бөгөн көндөҙ +21 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итә республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 4 сентябрҙә республикала көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы көндөҙ +16 +21градус.
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда +23 градусҡаса йылыта.
Сығанаҡ: "Башинформ".