

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә коронавирус 27 ауырыуҙа раҫланған. Ковид менән сирләүселәр һуңғы ваҡытта арта башлаған: 29 августа инфекция 20 кешелә асыҡланһа, 30 августа – 22, 31-ендә 25 сырхауҙа диагнозланған. Пандемия башланғандан алып коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 370 295-кә еткән.
Әле республика дауаханаларында 48 ауырыу ковидҡа ҡаршы дауа ала, 21-е – оло йәштәгеләр. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 404, 121-е – 60 йәштән өлкәнерәк.
Тәүлек эсендә һигеҙ кеше был сирҙән сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Бәйләнештә” селтәренән.