+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Сентября 2023, 06:18

Өфө һылыуы «Миссис Рәсәй Ер-2023» конкурсында еңеү яуланы

Өфөнән 37 йәшлек модель Светлана Шевцова «Рәсәй Ер-2023» конкурсында беренсе вице-миссис исеменә лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ «Иң яҡшы милли костюм» номинацияһында ла еңеү яуланы.

Өфө һылыуы «Миссис Рәсәй Ер-2023» конкурсында еңеү яуланыӨфө һылыуы «Миссис Рәсәй Ер-2023» конкурсында еңеү яуланы
Өфө һылыуы «Миссис Рәсәй Ер-2023» конкурсында еңеү яуланы

Өфөнән 37 йәшлек модель Светлана Шевцова «Рәсәй Ер-2023» конкурсында беренсе вице-миссис исеменә лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ «Иң яҡшы милли костюм» номинацияһында ла еңеү яуланы.

Матурлыҡ конкурсы Мәскәүҙә 27 августа үтте. Унда тотош илдән төбәк этаптарында һайлап алыу турын үткән иң сибәр ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Проект «Рәсәйҙең иң яҡшы социаль һәм мәҙәни проекты» тип танылған.

Светлана әйтеүенсә, был бәйгегә ул еңеү яулар өсөн түгел, ә проект тураһында ентеклерәк белергә барған. Сөнки Өфө ҡыҙы Башҡортостанда үҙенең гүзәллек конкурсын ойошторорға ниәтләй.

Матурлыҡ конкурстарында ул быға тиклем дә ҡатнашҡан. Яҡташ ҡыҙыбыҙ быйыл Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәт, ижад һәм матурлыҡ конкурсында еңеп сыҡҡан. Тап ошо еңеүҙән һуң уға «Башҡортостандың Мисс һәм Миссис Гәлсәр тажы» гүзәллек бәйгеһе директоры булырға тәҡдим итәләр.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Фото С. Шевцованың шәхси архивынан.

Автор:
Читайте нас