+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
31 Август 2023, 05:13

Яҡташтарыбыҙ «Балтика йондоҙҙары» турнирында еңеү яуланы

Башҡортостандың беренсе йыйылма командаһы фехтовальщиктары Выборгта үткән «Балтика йондоҙҙары» Бөтә Рәсәй ярыштары пьедесталының юғары баҫҡысына күтәрелде.

Яҡташтарыбыҙ «Балтика йондоҙҙары» турнирында еңеү яуланыЯҡташтарыбыҙ «Балтика йондоҙҙары» турнирында еңеү яуланы
Яҡташтарыбыҙ «Балтика йондоҙҙары» турнирында еңеү яуланы

Башҡортостандың беренсе йыйылма командаһы фехтовальщиктары 27-29 августа Выборгта (Ленинград өлкәһе) үткән «Балтика йондоҙҙары» Бөтә Рәсәй ярыштары пьедесталының юғары баҫҡысына күтәрелде.

Турнир йомғаҡтары буйынса яҡташтарыбыҙ Арина Захарова, Анастасия Казакова һәм Таисия Ларькина финалда Мәскәүҙең «Юниорҙар» командаһын 45:41 иҫәбе менән еңде. Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр «Өфө» футболсылары командаһының 17 йәшкәсә ҡыҙҙар араһында футбол буйынса Рәсәй беренселегенең плей-офына сығыуы ла яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ уятҡайны. 

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-08-30/fehtovalschitsy-bashkirii-oderzhali-pobedu-na-turnire-zvyozdy-baltiki-v-vyborge-3411905

Автор:
Читайте нас