+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
31 Август 2023, 04:47

Эш асыу өсөн 350 мең һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.

Эш асыу өсөн 350 мең һум аҡса алырға мөмкинЭш асыу өсөн 350 мең һум аҡса алырға мөмкин
Эш асыу өсөн 350 мең һум аҡса алырға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һум субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина һөйләне.

Түләүҙе халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торғандар юллай ала. Программаның шарттарына ярашлы, проект, бизнес-план һәм финанс моделен тәҡдим итергә кәрәк.

2023 йылда Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн ике миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Эксперттар билдәләүенсә, аҡса күләме буйынса республика Рәсәй субъекттары араһында 9-сы урынды биләй.

Яңы эш башлаған бизнесмендарға дәүләт ярҙамы программалары тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы лонгридында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-30/zhiteli-bashkirii-mogut-poluchit-350-tysyach-rubley-na-otkrytie-svoego-dela-3412235

Автор:
Читайте нас