+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Август 2023, 19:20

Аҫыл ҡыҙын данлай Әлшәй

Быйыл сентябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ялҡынлы йөрәкле журналист Гөлфиә Юнысова үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы уның тыуған яғында – Әлшәй районында шаулап-гөрләп бер-бер артлы әҙәби саралар үтә. Июлдә әҙибәне хөрмәтләп тыуған ауылы Һарышта матур байрам ойошторһалар, әле, август аҙағында, район үҙәгендәге китапханала, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йортонда ифрат йылы осрашыуҙар уҙҙы.

Аҫыл ҡыҙын данлай ӘлшәйАҫыл ҡыҙын данлай Әлшәй
Аҫыл ҡыҙын данлай Әлшәй

Быйыл сентябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ялҡынлы йөрәкле журналист Гөлфиә Юнысова үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы уның тыуған яғында – Әлшәй районында шаулап-гөрләп бер-бер артлы әҙәби саралар үтә. Июль уртаһында әҙибәне хөрмәтләп тыуған ауылы Һарышта матур байрам ойошторһалар, әле, август аҙағында, район үҙәгендәге китапханала, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йортонда ифрат йылы осрашыуҙар уҙҙы.

Үҙәк район китапханаһындағы “Илһамлы яҙмыш” әҙәби-музыкаль кисәгә күңелдәрендә әҙәбиәткә, туған телгә һөйөү йөрөткән кешеләр – китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, “Лира” әҙәби клубы ағзалары йыйылғайны. Сарала шулай уҡ Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының һеңлеләре – Зәйтүнә Даянова һәм Гөлнәзирә Ғәлимуллина, класташы Салауат Фәйзуллин, Өфө ҡунаҡтары – “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Рауилә Ғатауллина, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының бүлек мөхәррире Альмира Кирәева, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың баш белгесе Нәсимә Туҡаева ҡатнашты.

Әлшәй районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Солтанғолов һәм мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мәрғәсим Әкимбәтовтың тәбрикләү сығыштары әҙибәнең илһамлы ижадына, ҡанатлы булмышына, изге ғәмәлдәренә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылғайны. Кисәне алып барыусы Мәрзиә Абдрахманова менән Айгөл Мельник бик мауыҡтырғыс итеп Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының тормош һәм ижад юлы хаҡында бәйән итте. Социаль-мәҙәни үҙәк һәм Ҡармыш ауылының үҙешмәкәр артистары Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарып, күңелдәрҙе моңло нурға сорнаны. Шағирәнең башҡорт, рус, татар телдәрендә яңғыраған шиғырҙары йәнгә шифа булып ағылды. Гөлфиә апай яҡташтарына байтаҡ шиғырҙарын үҙе уҡып ишеттерҙе. Әлшәйҙә йәшәп ижад итеүсе Гөлнур Ғиззәтуллина менән Гөлфиә Ғиззәтованың уға һоҡланып яҙған шиғырҙарын әҙибә оло рәхмәт менән ҡабул итте.

Ошо йәмле кисә уҙған үҙәк район китапханаһына Гөлфиә Юнысова исеме бирелеүе хаҡындағы хәбәрҙе көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар.

Төштән һуң хөрмәтле әҙибәне Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында көтәләр ине. Ҡыпсаҡ-асҡарҙар өсөн Гөлфиә апай һәр ваҡыт ҡәҙерле ҡунаҡ. Шағирәне улар менән туғанлыҡ ептәре лә бәйләй. Һеңлеләре Зәйтүнә менән Гөлнәзирә ошо ауыл егеттәренә кейәүгә сығып, матур тормош көтә. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы Гөлфиә апайҙың юбилейына ҡарата иғлан иткән “Умырзая” видеобәйгеһендә “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – ауыл мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Гөлгөнә Татлыбаева) беренсе урынға лайыҡ булғайны. Һарыштағы осрашыуҙа шағирә ансамбль ҡыҙҙарына суҡлы шәлдәр бүләк итһә, был юлы үҙенең китаптарын алып ҡайтҡан. “Әхирәттәр”, шулай уҡ Гөлгөнә Татлыбаева, Инсиә Зәйнуллина, Фәрҙәүес Кәримова данлы яҡташтары һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы ҙур ихласлыҡ менән башҡарҙы. Мәрфуға Шәйхетдинова, Фәнзилә Әхмәтова, Мәрйәм Ғималетдинова, йөрәктән сыҡҡан хис-тойғоларын ҡушып, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының шиғырҙарын һөйләне. Йәндәш, рухташ, серҙәш булып таралышты осрашыуҙа ҡатнашыусылар, сөнки Гөлфиә апай ижади уңыштары, ниәттәре, йөрәк йылыһы менән генә түгел, эс-серҙәре менән дә бүлеште. Ҡыуаныстары менән дә уртаҡлашты: әле генә бер түгел, ике китабы: “Вдохновленная судьбой”, “Рәхмәт, яҙмыш!” тигән йыйынтыҡтары сыҡҡан. Өсөнсөһө – яҡташтарына арналғаны – “Йөрәгемдә – тыуған ерем” тигәне – ошо көндәрҙә донъя күрәсәк.

Тик юғары күңелгә эйә халыҡ үҙенең оло шәхесен ошолай ҙурлай, әҙибен күтәргән халыҡ – булмышы менән үҙе әҙип. Тыуған яғынан илһам алып ижад итеүсе аҫыл ҡыҙын данлаған Әлшәйҙә тап шундай халыҡ йәшәй.

Фотолар: социаль селтәрҙәрҙән.

Аҫыл ҡыҙын данлай Әлшәй
Аҫыл ҡыҙын данлай Әлшәй
Аҫыл ҡыҙын данлай Әлшәй
Аҫыл ҡыҙын данлай Әлшәй
Аҫыл ҡыҙын данлай Әлшәй
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас