+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Август 2023, 06:06

Яҡташыбыҙ Мысырҙа улы менән һыуға батып һәләк булған

Балтас районынан әсә һәм уның уҡыусы улы Мысырҙа ял иткәндә һыуға батҡан.

Яҡташыбыҙ Мысырҙа улы менән һыуға батып һәләк булғанЯҡташыбыҙ Мысырҙа улы менән һыуға батып һәләк булған
Яҡташыбыҙ Мысырҙа улы менән һыуға батып һәләк булған

Балтас районынан әсә һәм уның уҡыусы улы Мысырҙа ял иткәндә һыуға батҡан. Был хаҡта Иҫке Балтас ауыл советынан хәбәр иткәндәр. Фажиғә сит ил пляждарының береһендә булған. Яҡташыбыҙ ире һәм өс балаһы менән һыу инеп йөрөгән.

Әсә менән бергә уның өлкән улының да ғүмере өҙөлгән. Ауыл хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, алты һәм өс йәшлек малайҙар атаһы тәрбиәһендә ҡала.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-08-29/zhenschina-iz-bashkirii-utonula-v-egipte-vmeste-s-malenkim-synom-3411346

Автор:
Читайте нас