+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
30 Август 2023, 04:34

«Һөт иле» йәрминкәһендә 40-тан ашыу етештереүсе ҡатнаша

Йыл да ҡабатланған йола буйынса, Өфөлә быйыл да «Һөт иле» фестивале үтә. Сара тәүгә яңы майҙансыҡта - Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола.  

«Һөт иле» йәрминкәһендә 40-тан ашыу етештереүсе ҡатнаша«Һөт иле» йәрминкәһендә 40-тан ашыу етештереүсе ҡатнаша
«Һөт иле» йәрминкәһендә 40-тан ашыу етештереүсе ҡатнаша

Ошо ял көндәрендә, 2 сентябрҙә, Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола, унда һөт продукцияһы йәрминкәһе эшләй. Росмол, Ҡырмыҫҡалы һөт-консерва комбинаты, Өфө һөт заводы, Мәләүез һөт-консерва комбинаты, «Алексеевка» агросәнәғәт комплексы, Мәсәғүт һөт комбинаты, «Тәүәкән», Бәләбәй һөт комбинаты, СН-Продукт һәм башҡалар үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.

Бынан тыш, «Сыр кибете»ндә республиканың төрлө район-ҡалаларынан 13 етештереүсенең продукцияһын һатып алырға мөмкин. Улар иҫәбендә — Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Иглин, Мәсетле, Туймазы, Кушнаренко, Дәүләкән райондары, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Әйткәндәй, бейә һөтөнән эшләнгән эсемлектәрҙе яратыусылар өсөн «Ҡымыҙлы бар» эшләй. Ғөмүмән, Өфөлә ғаилә фестивалендә 40-тан ашыу һөт һәм һөт ризыҡтарын етештереүсе ҡатнаша.

Быйыл «Һөт иле» фестивале тәүгә яңы майҙансыҡта - Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-29/na-festivale-molochnaya-strana-v-ufe-primut-uchastie-bolee-40-proizvoditeley-3411142

Автор:
Читайте нас