+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Август 2023, 09:22

Сумо федерацияһы булдырылды

Башҡортостанда Сумо федерацияһы ойошторолдо. Беҙҙең республикала япон көрәшен, ә хәҙер инде донъялағы мауыҡтырғыс, көслө һәм танылған спорт төрөн — сумоны үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Сумо федерацияһы булдырылдыСумо федерацияһы булдырылды
Сумо федерацияһы булдырылды

Башҡортостанда Сумо федерацияһы ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының Сумо федерацияһы президенты итеп Руслан Зарипов тәғәйенләнде. Ошо көндәрҙә ул Мәскәүҙә Рәсәйҙең Сумо федерацияһы президенты Роман Илиев һәмәлеге ойошманың беренсе вице-президенты Геннадий Калеткин менән осрашты. Улар Башҡортостанда япон көрәшен, ә хәҙер инде донъялағы мауыҡтырғыс, көслө һәм популяр спорт төрөн — сумоны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

«Башҡортостанда сумо яратыусылар бик күп, уны ойоштороу һәм яңы кимәлгә сығарыу, үҫтереү өсөн көс һалырға кәрәк. Республикабыҙҙа Сумо федерацияһын асыуҙың төп маҡсаты — балаларыбыҙ өсөн спорт төрҙәрен һайлау даирәһен киңәйтеү», — тигән Руслан Зарипов.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-08-28/v-bashkirii-sozdana-federatsiya-sumo-3409466

Автор:
Читайте нас