+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
29 Август 2023, 09:30

Өфөлә Белем көнөндә ҙур байрам шоуы көтөлә

Шоу «Өфө-Арена» майҙансығында уҙа.

Өфөлә Белем көнөндә ҙур байрам шоуы көтөләӨфөлә Белем көнөндә ҙур байрам шоуы көтөлә
Өфөлә Белем көнөндә ҙур байрам шоуы көтөлә

1 сентябрҙә Өфөлә яңы уҡыу йылы башланыуға арналған йәштәр байрамы ойошторола. Башҡортостан хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шоу «Өфө-Арена» майҙансығында уҙа.

Бай концерт программаһы көтөлгән сарала 7 меңдән ашыу уҡыусы, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ эшләп йөрөгән йәштәр ҡатнаша, тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Яна Гайдук һүҙҙәренсә, концертта «Рәсәй студенттары яҙы» программаһында ҡатнашыусыларҙың һәм лауреаттарҙың иң яҡшы ижади номерҙары тәҡдим ителә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-29/v-ufe-v-den-znaniy-shkolnikov-i-studentov-priglasili-na-bolshoe-prazdnichnoe-shou-3410640

Автор:
Читайте нас