+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
28 Августа 2023, 06:57

«Төньяҡ амурҙары» анимация фильмының исем туйы уҙҙы

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Рәсәй киноһы көнө айҡанлы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Муха» студияһы төшөргән «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмы күрһәтелде.

«Төньяҡ амурҙары» анимация фильмының исем туйы уҙҙы«Төньяҡ амурҙары» анимация фильмының исем туйы уҙҙы
«Төньяҡ амурҙары» анимация фильмының исем туйы уҙҙы

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Рәсәй киноһы көнө айҡанлы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Муха» студияһы төшөргән «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмы күрһәтелде.

Тамашасыларҙы фильмдың геройҙары фойела уҡ ҡаршы алды, һәр кем улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Фильм менән продюсерҙар Артур Абдрахманов, киностудия директоры Юнир Әминев һәм рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев таныштырҙы. Йомағужа батыр, аҡыллы Ҡылысбай, солоҡсолар Ихсан менән Усман, йәш егет Ғәбит, яугир ҡыҙ Агдалияның батырлығы тураһында тарихтар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

«Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы анимация фильмы 31 августан Башҡортостанда киң прокатҡа сыға, ә 12 октябрҙән уны тотош илдә күрһәтә башлайҙар. Фильм рус һәм башҡорт телдәрендә, шуға тамашасылар ике телдең береһен һайлап ҡарарға мөмкин.

Йәнһүрәттә 1788 йылғы рус-швед һәм 1812 йылғы Ватан һуғыштарында әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙың тарихы бәйән ителә. Француздар уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт атлыларын боронғо Рим аллаһы һымаҡ уҡтан оҫта атҡаны өсөн «төньяҡ амурҙары» тип йөрөткән.

Күләмле проектҡа бик күп билдәле шәхестәр йәлеп ителгән. Мәҫәлән, Екатерина II — Лилиә Ғүмәрова, ә Александр I Асҡар Абдразаҡов тауышы менән һөйләй. Шулай уҡ фильмда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, популяр комментатор Азамат Моратов, күренекле йырсылар Иҙрис Ғәзиев (Ҡылысбай) һәм Нәзифә Ҡадированың (Ҡылысбайҙың ҡатыны) тауыштары яңғырай.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас