

Башҡортостанда был аҙнала көндәр болотло буласаҡ. Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәренә ярашлы, 6 сентябргә тиклем республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, һауа температураһының күп тигәндә 19 градус булыуы фаразлана. Ә йәкшәмбе, 3 сентябрҙә, 28 градусҡаса йылытыуы көтөлә.
7 сентябрҙән беҙҙе ҡояшлы һәм йылы көндәр ҡыуандырасаҡ. Көндөҙ уртаса +24 градус, төндә иһә +13 градус буласаҡ.
28 августа ямғыр, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр.
Һауа температураһы төндә +4, +9, көндөҙ +10, +15 градус.
Сығанаҡ: "Башинформ".