+24 °С
Ямғыр
Һуңғы яңылыҡтар
25 Август 2023, 09:41

Спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырылды

Бөгөн Өфөлә «Евразиадаға ҡаршы» милли һәм олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштарҙы асыу тантанаһында Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров  республика спорт мәктәптәре етәкселерәнә «ГАЗель» машинаһы асҡыстары тапшырҙы.

Спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырылдыСпорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырылды
Спорт мәктәптәре директорҙарына автобус асҡыстары тапшырылды

Бөгөн Өфөлә «Евразиадаға ҡаршы» милли һәм олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыштарҙы асыу тантанаһында республика спорт мәктәптәре етәкселерәнә «ГАЗель» машинаһы асҡыстары тапшырылды.

Уҡыу йорттарына автобустар «Спорт - норма жизни» проекты буйынса һатып алынды, тип хәбәр итәләр Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Бындай бәхет Өфөнөң 34-се спорт мәктәбенә, Башҡортостандың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса олимпия резервы спорт мәктәбенә, Салауат һәм Иглин райондарының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәренә, шулай уҡ республиканың байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервындағы мәктәбенә йылмайҙы.

Андрей Назаров Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырҙы. Евразия халыҡтары ассамблеяһы генераль секретаре һәм Бөтә донъя билбау көрәше ассоциацияһы президенты Әзизбәк Ғәниев Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль секретариат етәксеһе Светлана Смирнова республика хөкүмәтенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-08-25/premier-ministr-bashkirii-andrey-nazarov-vruchil-klyuchi-ot-avtobusov-direktoram-pyati-sportshkol-3404994

Автор:
Читайте нас