+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
25 Август 2023, 04:00

Ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярышында еңгән

Токтан һағылып ҡулдары янған Илназға бик күп һынауҙар аша үтергә, ҡул суҡтарын ҡырҡыу һәм тиреһен күсереп ултыртыу буйынса алты ҡатмарлы операция кисерергә тура килә. Әммә егет барыһын да еңеп сыға. Хәҙер инде спортта уңыштар яулай.  

Ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярышында еңгәнИке ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярышында еңгән
Ике ҡулһыҙ ҡалған Илназ Дәүләтов Бөтә Рәсәй ярышында еңгән

Токтан һуғылғандан һуң ике ҡулын юғалтҡан Илназ Дәүләтов таяныу-хәрәкәт аппараты имгәнгән кешеләр араһында еңел атлетика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яулаған. Спорт ярышы ошо көндәрҙә Силәбе ҡалаһында үткән. Улының уңышы хаҡындағы ҡыуаныслы хәбәрҙе уның әсәһе, Зөлфиә Дәүләтова социаль селтәрҙә еткерә. 

«Республика йыйылма командаһы составында тәүге ярыштар. Һәм 1-се урын. Афарин, улым!» - тип яҙа ул.

Билдәле булыуынса, Илназ 100 метр алыҫлыҡҡа йүгереүселәр араһында алтын миҙал яулаған. Әммә үҫмерҙең ярышта ҡатнашыуы бының менән тамамланмай әле. Ул 400 метр араға йүгереүҙә ярышасаҡ, ә артабан, ярыштың финал өлөшөндә, 200 метрға йүгерәсәк.

Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың 7 июлендә малай юғары вольтлы токтан һуғылды. Балалар футбол уйнап йөрөгән. Осоп барған туп трансформатор өҫтөнә барып төшкән. Малай уны алырға күтәрелгән. Һөҙөмтәлә шаһиттарҙың күҙ алдында көслө ҡеүәтле токтан һуғылған: ҡеүәте 5 мең вольттан алып 10 мең вольтҡа тиклем булған. Илназдың ҡулдары янған, уларҙы ҡотҡарыу мөмкин булмаған. Уҡыусыға бик күп һынауҙар аша үтергә, ҡул суҡтарын ҡырҡыу һәм тиреһен күсереп ултыртыу буйынса алты ҡатмарлы операция кисерергә тура килде. Әммә Илназ барыһын да еңеп сыҡты. Уға ғаиләһе, шулай уҡ Рәсәйҙән генә түгел, башҡа илдәрҙән битараф булмаған кешеләр ярҙам итте.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-08-24/poteryavshiy-kisti-obeih-ruk-ilnaz-davletov-iz-bashkirii-pobedil-na-vserossiyskih-sorevnovaniyah-3403088

Автор:
Читайте нас