+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
24 Август 2023, 10:44

Ҡырау төшөүе ихтимал

Башҡортостанда һауа температураһының ике градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Ҡырау төшөүе ихтималҠырау төшөүе ихтимал
Ҡырау төшөүе ихтимал

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡын ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртә.

«Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 25 августа төндә республиканың көнсығышындағы айырым райондарҙа һауа температураһының 0-дән алып - 2 градусҡа тиклем түбәнәйеүе һәм  ҡырау төшөүе көтөлә», — тиелә ведомствоның хәбәрендә.

Шуны өҫтәргә кәрәк, яҡын көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8°, көндөҙ +15,+20 градус.

Автор:
Читайте нас