+23 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
24 Август 2023, 09:16

Өфөнән 74 йәшлек балерина Бөтә Рәсәй бейеү фестивалендә миҙал яулаған

Пенсионер балет менән икенсе йыл шөғөлләнә.

Өфөнән 74 йәшлек балерина Бөтә Рәсәй бейеү фестивалендә миҙал яулағанӨфөнән 74 йәшлек балерина Бөтә Рәсәй бейеү фестивалендә миҙал яулаған
Өфөнән 74 йәшлек балерина Бөтә Рәсәй бейеү фестивалендә миҙал яулаған

Сара Санкт-Петербург ҡалаһында үткән. Васильев утрауында бейеү һөйөүселәр, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан хореографтар сығыш яһаған. Яҡташыбыҙ Флария Парфентьева икенсе урын алған.

Пенсионер балет менән икенсе йыл шөғөлләнә. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡарамағындағы студияға йөрөй һәм аҙнаһына 4 тапҡыр балет менән шөғөлләнә. Шулай уҡ көн дә иртәнге етелә тора һәм ҡала буйлап йүгерергә сыға. Флария Парфентьева һөйләүенсә, ул биш йәшлек сағында балерина булырға хыялланған. Әммә тормош үҙенекен итә, шуға күрә ҡатын оло йәшкә еткәс бала саҡ хыялын бойомға ашырыуға тотона.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-23/74-letnyaya-balerina-iz-ufy-vyigrala-medal-na-vserossiyskom-festivale-tantsa-3400976

Автор:
Читайте нас