

Өфөнән 21 йәшлек Даша «Пятница» телеканалында «Дүрт туй» реалити-шоуында ҡатнаша. 24 йәшлек кейәүе Дима менән ҡыҙҙы уның элекке егете таныштырған була. Араларында мөхәббәт хисе һис уйламағанда ярала, йәштәр тәүҙә мөнәсәбәттәре хаҡында йәшерә. Ғашиҡтар Мәскәүҙә 250 мең һумлыҡ бюджет менән классик стилдә туй үткәрә. Тантана фишкаһы – шоу-программала. Билдәләп үтергә кәрәк, программаның һәр сығарылышында Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән дүрт кәләш аҡсалата приз һәм “Илдең иң яҡшы туйы” исеме өсөн көрәшә. Сығарылыш финалында ҡатнашыусылар туй күлдәге, кейәү образы, банкет табыны һәм зал биҙәлеше өсөн баһалар ҡуйып тауыш бирә. Өфө ҡыҙы ҡатнашлығында «Дүрт туй» тапшырыуы бөгөн, 24 августа, киске сәғәт 7-лә эфирға сыға.