+30 °С
Облачно


Салауат районында биш пенсионер бәшмәк ашап ағыуланған.
Билдәле булыуынса, 60 йәштән алып 85 йәшкә тиклемге пенсионерҙар Лаҡлы ауылында йәшәгән 75 йәшлек туғанына ҡунаҡҡа барған һәм бәшмәк йыйырға урманға юлланған.
Пенсионерҙар бөтә йыйған «табыш»ты бешереп ашамаҡсы булған. Әммә табындан барыһының да хәле насарайған. Уларҙы Малаяҙ район үҙәк дауаханаһына оҙатҡандар. «Билдәһеҙ бәшмәк менән ағыуланыу» диагнозы ҡуйылған.
БР һаулыҡ һаҡлау министрлығынан, реанимация бүлегенә бәшмәк ашап ағыуланған 5 кеше килтерелде, барыһының да хәле тотороҡло, икәүһе өйҙәренә ҡайтты, тип белдерәләр.