+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Августа 2023, 03:35

Санкт-Петербургта – Башҡортостан көндәре

Төньяҡ баш ҡалала 25-27 августа Башҡортостан Республикаһы көндәре үтә.

Санкт-Петербургта – Башҡортостан көндәреСанкт-Петербургта – Башҡортостан көндәре
Санкт-Петербургта – Башҡортостан көндәре

Төньяҡ баш ҡалала 25-27 августа Башҡортостан Республикаһы көндәре үтә.

Унда Башҡортостан Республикаһының иҡтисади, инвестиция һәм туристик потенциалы менән таныштырыу, Башҡортостан Республикаһының тауарҙар йәрминкәһе, Өфөнөң 450 йыллығына арналған презентация һәм башҡа саралар көтөлә.

Сара сиктәрендә төп ваҡиғалар 26 августа, атап әйткәндә, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында пленар ултырыш, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу тантанаһы, ҡала парктарын төҙөкләндереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтә. Шулай уҡ был көндә “Башҡортостан дуҫтарын йыя” исемле концерт була.

Башҡорт этноихатаһы күргәҙмәһе, балалар майҙансығы, турист-мәғлүмәт үҙәге, волейбол буйынса халыҡ-ара турнир, башҡорт фильмдарын күрһәтеү ойошторола.

Санкт-Петербургта үтәсәк Башҡортостан көндәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сараның рәсми сайтында https://spb-and-bashkortostan.ru/  һылтанмаһы аша белергә мөмкин.

Автор:
Читайте нас