+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Август 2023, 03:45

Хаҡтарҙың күтәрелеүе бәкәлгә һуға

Башҡортостан вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе сәбәпле төбәк аграрийҙарының сығымдары өс миллиард һумға тиклем артҡан.

Хаҡтарҙың күтәрелеүе бәкәлгә һуғаХаҡтарҙың күтәрелеүе бәкәлгә һуға
Хаҡтарҙың күтәрелеүе бәкәлгә һуға

Башҡортостан вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, яғыулыҡҡа хаҡ күтәрелеүе сәбәпле төбәк аграрийҙарының сығымдары өс миллиард һумға тиклем артҡан.

«Бөгөн урып йыйыштырыу эштәренә, ужым сәсеүгә, баҫыуҙарҙы эшкәртеүгә 80 мең тонна тирәһе дизель яғыулығы талап ителә. Бер тонна йәйге яғыулыҡтың ваҡ күмәртә хаҡы 71,8 мең һумға тиклем күтәрелде. Июль башынан хаҡ 35 процентҡа йәки 18,5 мең һумға артты. Былтырғы осор менән сағыштырғанда 22 процентҡа күберәк», — тип аңлата Илшат Фәзрахманов.

Хаҡтарҙың күтәрелеүенә ҡарамай, республика аграрийҙары уңышты тулайым йыйыпаласаҡ, ти ышаныс менән етәксе.

Автор:
Читайте нас