+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Август 2023, 07:50

Рафаэль Байдәүләтов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде

Бөгөн хөкүмәт кәңәшмәһендә БР хөкүмәтенең элекке премьер-министры Рафаэль Байдәүләтовты 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнеләр. Республика башлығы дәүләт эшмәкәренең Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне.

Рафаэль Байдәүләтов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләндеРафаэль Байдәүләтов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде
Рафаэль Байдәүләтов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде

Бөгөн хөкүмәт кәңәшмәһендә БР хөкүмәтенең элекке премьер-министры Рафаэль Байдәүләтовты 80 йәшлек юбилейы уңайынан Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнеләр. Республика башлығы дәүләт эшмәкәренең Башҡортостан үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне:

- 16 августа күренекле дәүләт эшмәкәре, 1999 йылдан алып 2008 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры вазифаһын биләгән Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтовҡа 80 йәш тулды, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ Рафаэль Ибраһим улын күптән беләбеҙ, хөкүмәттә уның уҡыусылары бихисап. Уның эшләү дәүере республика өсөн емешле һәм файҙалы булды. Хөрмәтле Рафаэль Ибраһим улы, һеҙҙең бөтә наградаларығыҙ ҙа бар, хөрмәт йөҙөнән һеҙҙе Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләргә ҡарар иттек.

Бүләкләүҙе бөтә зал аяғүрә алҡышланы

- Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ, награда өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерергә рөхсәт итегеҙ. Был беҙҙең хөкүмәттең һөҙөмтәле эшләүе менән аңлатыла. Мин кисергән тойоғоларҙы һүҙ аша еткереү мөмкин түгел. Был тәрән ҡәнәғәтлек һәм ғорурлыҡ хисе. Икенсенән, икеләнеү ҙә - бөгөн донъяла, беҙҙең ил тирәләй ниндәй ваҡиғалар бара. Мин республика етәкселегенә сәләмәтлек, көс-ҡеүәт, ҡуйылған бурыстарға ирешеүен, яратҡан республикабыҙҙың һәм уның күп милләтле халҡына ныҡлыҡ һәм үҫеш теләйем, - тине Рафаэль Байдәүләтов. 

https://bash.bashinform.ru/news/politics/2023-08-21/bash-ortostandy-elekke-premier-ministry-rafael-bayd-l-tovty-haly-tar-du-ly-y-ordeny-men-n-b-l-kl-nel-r-3396411

Автор:
Читайте нас