+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Август 2023, 08:05

Ҡайһы районда урман яна?

Башҡортостанда ял көндәрендә дөйөм 11 гектар майҙанда 7 урман янғыны сыҡҡан. Уларҙың өсәүһе Хәйбулла, Белорет һәм Ейәнсура райондарында әле һаман һүндерелмәгән.

Ҡайһы районда урман яна?Ҡайһы районда урман яна?
Ҡайһы районда урман яна?

Башҡортостанда ял көндәрендә дөйөм 11 гектар майҙанда 7 урман янғыны сыҡҡан. Уларҙың өсәүһе Хәйбулла, Белорет һәм Ейәнсура райондарында әле һаман һүндерелмәгән.

«Хәл-торошто күҙәтеүҙә тотабыҙ. Тораҡ пункттарға хәүеф янамай», — тип хәбәр итте «Сәләм» тапшырыуы эфирында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары Лилиә Кәримова.

Уның һүҙҙәренсә, республикала бөтәһе 80 техноген янғын теркәлгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостантанда яҡын көндәрҙә һауа торошо үҙгәрәсәк, тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем еткән ел сығыуы һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы түбәнәйәсәк. Йәшен йәшнәүе ихтимал.

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-08-21/bash-ortostanda-yal-k-nd-rend-7-urman-yan-yny-sy-an-3396073

Автор:
Читайте нас