

17 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембайҙа эш сәфәре менән булды.
Ул ҡалалағы төҙөкләндереү объекттарын ҡараны, эшҡыуарҙар менән осрашты, махсус хәрби операцияға мобилизацияланған һалдаттың ғаиләһендә булды.
Ишембайҙағы Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанын былтыр яңырта башлағандар, әле уның беренсе этабын тамамланған. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәрен заманлаштырған, асфальт япмаһын һәм тротуар плиткәһен алмаштырған, яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндергән.
“ Зөбәйеров” крәҫтиән-фермер хужалығында карп, толстолобик, аҡ амур һәм ҡарабарлыҡ үрсетелә. Был проектҡа дөйөм инвестициялар күләме 25 миллион һум тәшкил иткән.
“Радий Хәбиров балыҡсылыҡ майҙансығы эше менән танышты һәм ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе менән артабанғы үҫеш планы хаҡында һөйләште”, - тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.