+30 °С
Болотло
“Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсына 19 райондан һәм 3 ҡаланан, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 25 фольклор коллективы ҡатнаша.
Сараны рәсми асыу тантанаһынан һуң конкурсанттар “Урал батыр” эпосы буйынса инсценировкалар күрһәтте. Башҡорт халыҡ эпосы 1910 йылда яҙып алынған. Унда 4,5 меңдән ашыу юл бар.