+30 °С
Болотло


“Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе Бөрйән районы мәҙәниәт һарайында милли ҡомартҡыны сәхнәләштереүҙән башланды.
Конкурстың жюри рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ғилми-тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Нәркәс Әхмәт ҡыҙы Хөбөтдинова билдәләүенсә, 25 йыл эсендә 5 меңгә яҡын уҡыусы, эпосы яттан һөйләп, сәсәнлектә һынау тотҡан.