+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
15 Август 2023, 04:00

«Ҡорама кейеҙ» арт-симпозиумы була

Арт-симпозиум Өфөлә сентябрҙә «Кейеҙфест» II Республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале барышында ойошторола.

«Ҡорама кейеҙ» арт-симпозиумы була«Ҡорама кейеҙ» арт-симпозиумы була
«Ҡорама кейеҙ» арт-симпозиумы була

Арт-симпозиум Өфөлә сентябрҙә «Кейеҙфест» II Республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале барышында ойошторола.

Уның сиктәрендә ҙур кейеҙ балаҫ эшләргә ниәтләйҙәр. Күмәк кеше тарафынан баҫылған кейеҙ балаҫ 24 сентябрҙә «Кейеҙфест» фестивален ябыу тантанаһында күрһәтеләсәк. 4 – 6 ноябрҙә ул Санкт-Петербургта үткән «Новая жизнь традиций» халыҡ-ара арт-кейеҙ күргәҙмәһенә ҡуйыласаҡ.

Сарала ҡатнашыуға биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары һәм рәссамдар саҡырыла. Ғаризалар 31 авгусҡа тиклем vojlokfest@mail.ru электрон почтаһына йә 8 987 242 37 39 (ватсап) телефон һандары буйынса ҡабул ителә.

14 сентябргә тиклем ижади эштәрҙең төп нөсхәләре «Ижад» күргәҙмә залына тапшырылырға тейеш (Космонавтар урамы, 22).

Арт-симпозиум «Войлокфест» II Республика асыҡ художестволы кейеҙ фестивале барышында ойоштороласаҡ. Фестиваль Өфөнөң 2-се балалар художество мәктәбе һәм М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы тарафынан үткәрелә.

Автор:
Читайте нас