+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Август 2023, 03:40

Ҡымыҙҙың да була төрлөһө

Бөгөн, 11 августа, Баймаҡ районында, Граф күле буйында, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале башлана.

Ҡымыҙҙың да була төрлөһөҠымыҙҙың да була төрлөһө
Ҡымыҙҙың да була төрлөһө

Бөгөн, 11 августа, Баймаҡ районында, Граф күле буйында, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале башлана.

Уның программаһы сиктәрендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берлеге илдәрендә етештерелгән ҡымыҙҙы тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Бөгөн ҡымыҙҙы Ҡазаҡстанда, Монголияла, Ҡырғыҙстанда, Ростов, Тверь, Ярославль өлкәләрендә, Мари Илендә, Алтай, Яҡутстанда киң ҡулланалар. Шифалы эсемлекте әҙерләү буйынса беҙҙең республика алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәй. Барлыҡ Рәсәй ҡымыҙының 63 проценты Башҡортостанда етештерелә.

Ҡымыҙҙы иң беренсе Урта Азия һәм Монголияла йәшәгән күсмә ҡәбиләләр әҙерләй башлаған. Данлыҡлы милли эсемлектең тарихы энеолит дәүеренә барып тоташа. Был 5500 йыл элек тигәнде аңлата! Сусамыр далаһында бейә һөтө таптары булған кәзә тиреһенән эшләнгән һауыттар табылған. Һәр ҡәбилә эсемлекте үҙенсә әҙерләгән, уны ҡаты сер итеп һаҡлағандар.

Ҡымыҙ тураһында мәғлүмәт боронғо грек тарихсыһы Геродот яҙмаларында ла осрай, ул унда скифтарҙың көнкүреше, яратҡан эсемлектәре тураһында ентекле яҙған. Скифтар ҡымыҙ яһау серен ныҡ һаҡлаған, уны белгән ҡолдарҙы хатта тома һуҡыр иткән, тигән мәғлүмәт ҡалдырған Геродот.

Автор:
Читайте нас