+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Август 2023, 05:02

Башҡортостан мәҙәниәтендә ауыр юғалтыу...

1988 йылда Иҫәнғол балалар музыка мәктәбендә ҡурай класын асып хеҙмәт биографияһын башлай. Шул уҡ йылдан башлап район мәҙәниәт йортонда халыҡ ҡурайсылар ансамблендә лә етәксе вазифаһын үтәп, ҡыҫҡа ваҡытта өлкән быуын ҡурайсыларға алмашсы, йәштәр һәм балалар ҡурайсылар ансамблдәре ойоштора.

Башҡортостан мәҙәниәтендә ауыр юғалтыу...Башҡортостан мәҙәниәтендә ауыр юғалтыу...
Башҡортостан мәҙәниәтендә ауыр юғалтыу...

Башҡортостандың мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Мөхәмәтйәнов вафат булды. Уға 56 йәш булған. Уның ваҡытһыҙ иртә үлеүенең сәбәбе – ауырыу, тип хәбәр иткәндәр.

1988 йылда Иҫәнғол балалар музыка мәктәбендә ҡурай класын асып хеҙмәт биографияһын башлай. Шул уҡ йылдан башлап район мәҙәниәт йортонда халыҡ ҡурайсылар ансамблендә лә етәксе вазифаһын үтәп, ҡыҫҡа ваҡытта өлкән быуын ҡурайсыларға алмашсы, йәштәр һәм балалар ҡурайсылар ансамблдәре ойоштора.

Айҙар Мөхәмәтйәнов С.Абдуллин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбе директоры, 17 йыл дауамында Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып, Ейәнсура районы Советы депутаты вазифаларын башҡара.

Өфөгә күскәндән һуң республика  Халыҡ ижады үҙәгенең  халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы бүлегендә, ошонда уҡ мәҙәниәт Йорто мөдире булып эшләй, Башҡортостан республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарының Берҙәм реестрын булдырыу буйынса Эксперт советы составында була.

Айҙар Зиннәт улы менән хушлашыу иртәгә, Иҫәнғол ауылы, Ғәрипов урамы, 22 адресы буйынса сәғ. 15.00-дә

«Башинформ» тормош иптәше Миңлегөл апайҙың, улдары Азат һәм Азаматтың, барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-11/v-bashkirii-bezvremenno-skonchalsya-kulturnyy-i-obschestvennyy-deyatel-aydar-muhamedyanov-3381762

Автор:
Читайте нас