

Башҡортостанда майлы культураларҙың уртаса уңдырышлылығы әлегә бер гектарҙан 9,8 центнер тәшкил итә. Ошо аҙнала был культураларҙы йыйыуға 21 район хужалыҡтары төшкән.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда майлы культураларҙың уртаса уңышы гектарынан 14,2 тәшкил иткән (2021 йылға ҡарата +30%). Әле гәрсис (горчица) һәм етен йыйып алына.
2022 йылда гәрсистең төшөмө ике тапҡырға тиерлек артҡан һәм гектарынан 9,4 центнер булған (2021 йылға ҡарата +81%). Етен менән дә шул уҡ хәл: ул бер гектарҙан 10,2 центнер йыйылған (2021 йылға ҡарата 79%). Етен башлыса лак-буяу сәнәғәтендә ҡулланыла. Гәрсис орлоғонан аҙыҡ һәм эфир майы, түпрәһенән гәрсис порошогы һәм органик ашлама яһайҙар.
Былтыр республика аграрийҙары үҙҙәренең төп майлы культураһы – көнбағыштың яҡшы уңышын алды, ул гектарынан 15,5 центнер уңыш биргән (2021 йылға ҡарата+26%).
Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 407 мең гектарҙа майлы культуралар сәселгән. Төп өлөшөн көнбағыш биләй – 290 мең гектар. Етен – 50 мең, рапс 33 мең гектарҙа игелә, ҡалғандары – соя һәм гәрсис.
Сығанаҡ: "Башинформ".